Бөгөн 1 ғинуарҙа төнгө сәғәт өстә Дүртөйлө районының Әңгәсәк ауылында Колхоз урамындағы йортта янғын сыҡҡан.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында 8 кешенән торған күп балалы ғаилә, шул иҫәптән 6 бала йәшәгән. Бинаға ҡуйылған иҫәртеүсе прибор ярҙамында фажиғәнең ауыр эҙемтәләренән ҡотолорға мөмкин була.
«Янғын һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр юҡ. Ҡатын-ҡыҙ һүҙҙәре буйынса, йортҡа төтөн тиҙ арала тарала башлай һәм иҫкәрткес прибор сигнал биргән, балалар соландың алыҫ мөйөшөндә ут сығыуын күреп ҡалған. Барыһы ла ишек аша шунда уҡ урамға сыға. Тиҙ арала килгән ҡотҡарыусылар янғынды 24 минуттан локалләштергән, тағы ла 40 минуттан асыҡ ялҡынды һүндергәндәр», — тип аңлатма бирҙеләр ведомствола.
Янғындың яҡынса сәбәбе тип урам гирляндаһы тоташтырылған боҙолған электр оҙонайтҡыс (удлинитель) тип фаразлайҙар. Ишле ғаилә әлеге ваҡытта туғандарында йәшәй.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы