

Бөгөн 31 декабрҙә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 175-се саҡрымында аварияла өс кеше һәләк булған. Бер кафенан алыҫ түгел юлда «Лада Гранта» менән Chevrolet Niva автомобилдәре төкөшкән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығынан.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында асыҡлыҡ индереүҙәренсә, авария Олойылға ауылы янында булған. «Лада Гранта» автомобиленең салонында булғандарҙың тотош ғаилә һәләк була — водитель һәм пассажир (икеһе лә 1978 йылда тыуған), 15 йәшлек малай. Chevrolet Niva автомобиленең зыян күргән водителен салон эсенән ҡотҡарыусылар сығара. Ваҡиға урынына тәфтишселәр эшләй.
Яңы йыл байрамы шатлыҡ, кәйеф күтәренкелеге бүләк итеү менән бергә күңелһеҙ хәлдәргә, бәлә-ҡазаға тарытыуы ла ихтимал. Ғөмүмән, байрам көндәрендә юлдарҙа ғәмһеҙҙәрҙе хәүеф һағалап ҡына тороусан. Йәшерен-батырын түгел, кемдеңдер “төшөрөп” алып, ҡыйыуланып руль артына ултырыуы ла, юл йөрөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуы ла ихтимал. Ғәмһеҙлеккә юл ҡуймағыҙ, ябай ғына хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү байрам кәйефен, сәләмәтлегегеҙҙе һаҡларға ярҙам итер.
фото:ЮХХДИ