ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Декабрь 2023, 14:05

Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...

Еңел автомобилдең пассажиры  ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. Ә руль артындағы ҡатын-ҡыҙ дауаханаға алып барылғанда йән биргән...

ЮХХДИ  Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...ЮХХДИ  Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...Фото: ЮХХДИ

Бөгөн көндөҙ Учалы районында Белорет-Учалы-Мейәс трассаһында ҡот осҡос авария булған, унда ике кеше һәләк булған. Республика дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, «Рено» фургоны һәм ҡаршыға килгән «ВАЗ-2110» автомобиле төкөшкән.

Һөҙөмтәлә еңел автомобиль пассажиры — ир ашығыс ярҙам килгәнсе һәләк була. Руль артындағы ҡатын дауаханаға алып барылғанда вафат була. Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.

ЮХХДИЮХХДИ
Фото: ЮХХДИ

Бөгөн Әбйәлил районында ла фажиғә теркәлгән. Авария иртәнге 11 сәғәттә Ҡыҙыл Башҡортостан-Покровка ауылдары араһындағы юлда булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «ВАЗ-2110» һәм «Ниссан Альмера» автомобилдәре төкөшкән.

Ҡыҙғанысҡа күрә, «ВАЗ-2110» автомобиленең 38 йәшлек водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Ә «Ниссан» автомобиленең водителе дауаханаға оҙатыла.

Ваҡиға урынында дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре эшләй.

фото: ЮХХДИ.

Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...
Өс кешенең ғүмер өҙөлгән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас