ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Декабрь 2023, 07:02

Машина ағасҡа төкөгән...

Ә руль артында - 15 йәшлек малай...

Машина ағасҡа төкөгән...Машина ағасҡа төкөгән...
Машина ағасҡа төкөгән...

28 декабрь кискеһен Өфөлә Благовар урамындағы 11-се йорт ҡаршыһында 15 йәшлек егет, «Дэу Нексия» машинаһын йөрөтөп, Кесе Перевалочная урамы яғына юллана. Бында ул хәрәкәт барышында уң яҡтағы ағасҡа төкөй.

Юл фажиғәһендә баш йәрәхәте алған водитель медицина учреждениеһына мөрәжәғәт иткән, ярҙам күрһәткәндән һуң өйөнә сығарылған, ә бына уның 14 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Авария буйынса административ тикшереү башланды, тип хәбәр иттеләр баш ҡала дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән.

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас