

Шишмә районы хакимиәте башлығы Ришат Мансуров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә фажиғәле хәл тураһында хәбәр итте. Шишмә ҡасабаһында йәшәгән әсә бер аҙна эсендә ике улын юғалтҡан. Егеттәр Ҡазан ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән булған.
Татарстан ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәре буйынса, 14 декабрҙә Ҡазан ВУЗ-дарының береһендә уҡыған 18 йәшлек студент ҡуртымға алған Volkswagen автомобилендә тыйылған светофор сигналын инҡар итеп, ике йәйәүле егеткә төкөй. Йәрәхәтләнгән йәш кешеләр дауаханаға килтерелә. 4 сәғәттән 18 йәшлек зыян күреүсе, иҫенә килмәй, реанимация бүлегендә вафат була. 21 йәшлек егеттең ғүмерен һаҡлау өсөн табиптар бер аҙна көрәшә, әммә 23 декабрҙә уның да дауахана койкаһында үлеүе тураһында хәбәр килә.
Бер туған ағалы-ҡустылы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында ерләнгән.
Автор:Дарья Субботина
Фото:ГИБДД по РБ