

Быға тиклем хөкөм ителгән Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәүсе 44 йәшлек ир элекке ҡатынын үлтереүҙә ғәйепләнә. Бының тураһында Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәт бирҙе.
Тикшереү версияһы буйынса, 2023 йылдың 18 декабрендә ғәйепләнеүсе үҙенең 44 йәшлек элекке ҡатыны һәм уның дуҫтары менән спиртлы эсемлектәр эсә. Табын артында оҙаҡ ултырғандан һуң, өйгә ҡайтҡас, ир элекке ҡатынын хыянат итеүҙә ғәйепләй башлай. Низағ барышында ул зыян күреүсенең ҡорһағына һәм тәненең башҡа өлөштәренә ҡулдары менән һуға. Ҡатындың хәле насарайғас, элекке ире уға ашығыс ярҙам саҡыра. Әммә табиптарға ҡатындың үлемен раҫларға ғына ҡала.
Ир йәшеренеп йөрөмәй һәм ҡылған енәйәт эшен таный. Ул РФ Енәйәт кодексының 111-се статьяһының 4-се өлөшөндә ҡаралған енәйәт (һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, һаҡһыҙлыҡ арҡаһында зыян күреүсенең үлеменә килтереү) ҡылыуҙа ғәйепләнә. Ғәйепләнеүсе һаҡ аҫтына алынған.
фото:Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте