

Өфө – Шишмә автотрассаһының 5-се саҡрымында, төҙөлөш баҙары янында 23 декабрҙә кискеһен ҡот осҡос авария теркәлгән.
Шишмә ҡасабаһына юлланған БМВ автомобиле икенсе транспортты уҙып китеү ваҡытында ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡанда ВАЗ-2115 менән бәрелешә, ә һуңынан ҡаршыға килгән ПАЗ автобусына төкөй. Бының тураһында Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Авария һөҙөмтәһендә БМВ водителе ваҡиға урынында йән биргән, ә уның пассажиры дауаханаға оҙатыла. Мәғлүм булыуынса, 126-сы маршрут буйынса йөрөгән автобус салонында 21 пассажир булған, шуларҙың өсәүенә медицина ярҙамы талап ителгән.
Юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлау буйынса эштәр дауам итә.
фото:ЮХХДИ