

Бөгөн 21 декабрҙә Салауат районында үлемесле авария булған.
Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Малаяҙ — Үрге Ҡыйғы — Үңкүрҙе юлының 2 саҡрымында йөк машинаһы водителе, Үрге Ҡыйғы ауылы яғынан Малаяҙ яғына хәрәкәт иткәндә күперҙән оса. Фура Йүрүҙән йылғаһына төшкән.
"Боҙ аҫтына яртылаш төшкән кабинаһында водитель блокланған була. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыу эштәре алып барыла",-тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, "Iveco Stralis" йөк машинаһы водителе - 36 йәшлек Силәбе өлкәһе кешеһе ашығыс ярҙам килгәнсе ваҡиға урынында һәләк булған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-нан.
Аварияның сәбәптәре аныҡлана.