ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Декабрь 2023, 03:57

Әсә улын үлтергән...

    

Әсә улын үлтергән...Әсә улын үлтергән...
Әсә улын үлтергән...

Башҡортостанда тәфтишселәр Нефтекамала йәшәгән 53 йәшлек ҡатынға «үлтереү» статьяһы буйынса ғәйепләү белдерҙе. Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 7 декабрь кисендә ҡатын, өйҙә булғанда, сәбәпһеҙ аш-һыу бүлмәһендәге бысаҡты алып, 26 йәшлек улының ҡорһағына сәнсә. Шул мәлдә ир үҙ бүлмәһендә диванда ята. Ир фатирҙан сығып китергә маташа, ярҙам һорап ҡысҡыра башлай, әммә әсәһе уға тағы бер тапҡыр ҡорһағына сәнсә. Алынған тән йәрәхәттәренән ир урында уҡ вафат була.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Ҡулға алынған ҡатын менән тәүтикшереү эштәре үткәрелә һәм ғәйепләү белдерелә, тәфтишселәр дәлилдәр йыйыуҙы һәм теркәүҙе дауам итә. Ғәйепләнеүсегә ҡарата стационар шарттарында психологик-психиатрик суд экспертизаһы тәғәйенләнгән, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас