

Өфө районында полиция хеҙмәткәрҙәре водитель һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ярашлы, авария 20 декабрҙә Өфөнө көнбайыш урау юлының 25-се саҡрымында булған. «Хово» һәм «Шакман» йөк машиналары бәрелешкән. «Хово» водителе ашығыс ярҙам килгәнсе йән биргән.
Әле ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл фажиғәһенең сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Фото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ
Автор:Дарья Субботина