

Бөгөн, 13 декабрҙә, Учалы районының Сәфәр ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән. Шартлау һөҙөмтәһендә балалар баҡсаһын һәм табип амбулаторияһын йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡаҙанлыҡ емерелгән. Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов хәбәр итеүенсә, зыян күреүселәр юҡ. Тышта ныҡ һыуыҡ, шуға күрә балалар өйҙә ҡалған. Әле урында оператив хеҙмәттәр эшләй, ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.
Балалар баҡсаһы һәм амбулаторияның эше ваҡытлыса туҡтатылған. Ауыл халҡы тәүге медицина ярҙамын күрше Мансур ауылында алырға мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Асҡын районы Солтанбәк ауылы мәктәбенең ҡаҙанлығында шартлау булғайны, фажиғәлә 51 йәшлек эшсенең ғүмере өҙөлдө.