ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Декабрь 2023, 11:08

Бер малайҙың теле тимер бағанаға йәбешкән

-

Бер малайҙың теле тимер бағанаға йәбешкәнБер малайҙың теле тимер бағанаға йәбешкән
Бер малайҙың теле тимер бағанаға йәбешкән

Күмертауҙа туғыҙ йәшлек малайҙың теле тимер бағанаға йәбешкән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.

«Кем бала сағында сатлама һыуыҡта туң тимерҙе ялап ҡарамаған? Был бик ҡыҙыҡ тойола, әлбиттә, ләкин эҙемтәһе аяныслы булыуы ихтимал. Күмертауҙа 2014 йылғы малай өлкәндәргә билдәле булған хәҡиҡәтте үҙ тәжрибәһендә һынап ҡарарға уйлаған һәм «Сапсан-Арена»ға ингән урында теле менән тимер бағанаға йәбешеп ҡалған», – тип белдерҙеләр ведомствола.

Урынға килеп еткән ҡотҡарыусылар малайҙың теленә йылы һыу ҡойоп, бағананан айырып алған. Баланың хәле һәйбәт.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-12-10/v-bashkirii-malchik-prilip-yazykom-k-zheleznomu-stolbu-3559519

Автор:Вероника Никитина.
Фото:Ксения Калинина, архив фотоһы 
Автор:
Читайте нас