ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Декабрь 2023, 04:04

Ниңә генә ҡаршы һыҙатҡа сыҡты икән?!

Фажиғәлә ике ҡатындың ғүмере өҙөлгән...

Ниңә генә ҡаршы һыҙатҡа сыҡты икән?!Ниңә генә ҡаршы һыҙатҡа сыҡты икән?!
Ниңә генә ҡаршы һыҙатҡа сыҡты икән?!

Башҡортостандың  Архангел районында аварияла ике кеше һәләк булған. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары полиция подполковнигы Олег Дмитриев хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 46 йәшлек ир, «Лада Приора» автомобиле менән идара иткәндә ҡаршы һыҙатҡа сығып, «ВАЗ-2114» менән төкөшкән.

Авария кисә төшкә табан Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 92-се километрында булған. Фажиғәлә ике пассажир - 45 һәм 71 йәшлек ҡатын-ҡыҙҙар алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында һәләк булған. Ике водитель дә дауаханаға оҙатылған.

Дәүләт автоинспекцияһы экипажы зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтә. Фажиғә буйынса тикшереү башланған. 

 
Видео:телеграм-канал УГИБДД МВД по РБ 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас