Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районында «ПАЗ» маркалы мәктәп автобусы ҡатнашлығында юл-трнаспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Водитель кюветҡа төшә һәм машинаны ҡабырғаһына ауҙара.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр мнистрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, автобус уҡытыусы оҙатыуында 9 баланы Суртан ауылынан Уҫылыбаш ауылына алып барған.
Бәхеткә күрә, юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Медицина ярҙамы һорап бер кем дә мөрәжәғәт итмәй. Бөтә балаларҙы ла ата-әсәләре алып китә. Әлеге ваҡытта автобус шассиға күтәрелгән.
ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, водитель айыҡ булған. Әлеге ваҡытта автобусты буксирлауҙа ярҙам күрһәтелгән.