Бөтә яңылыҡтар
ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Ноябрь 2023, 17:13

Бәлә аяҡ аҫтында...

Һыу өҫтөндә балыҡсының кәүҙәһе табылған...

Бәлә аяҡ аҫтында...
Бәлә аяҡ аҫтында...

Бөгөн ашығыс хеҙмәттәргә Әбйәлил районында Дәүләт ауылы янында Сыбаркүл буйында, шаһиттарҙың ярҙан 500 метр алыҫлыҡта һыу өҫтөндә ирҙең кәүҙәһен табылыуы тураһында хәбәр килгән.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ваҡиға урынына юлланған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Магнитогорск ҡалаһынан 1969 йылғы ир һыу ятҡылығында балыҡ тотҡан.
МЧС хеҙмәткәрҙәре ирҙең кәүҙәһен һыуҙан сығара һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: