

Уҙған шәмбе Кропачево-Мәсәғүт-Әчит автомобиль юлында фажиғә булған. 2003 йылғы водитель, идара итеү һәләтен юғалтып, ҡаршыға килгән "Скания" йөк машинаһы менән бәрелешкән.
Еңел машина уртаға бүленгән. 2002 йылғы пассажир ҡыҙ дауаханала йән биргән. Водителгә беренсе ярҙам күрһәткәндәр һәм өйөнә ҡайтарғандар.
Һәләк булған ҡыҙ - Мәсетле районының Түбәнге Бобино ауылынан, ә водитель - Мәсәғүттән, уның дуҫлашып йөрөгән егете. 15 декабрҙә йәштәр туй үткәрергә йыйынған, шәмбе көндө улар Мәсәғүттән ҡыҙҙың туғандарына, Түбәнге Бобино ауылына юл тотҡан булған. Ләкин барып етмәгәндәр...
"Салауат ерендә" ТГ-каналы мәғлүмәттәре буйынса.