ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
28 Ноябрь 2023, 14:34

Ҡот осҡос фажиғәлә әсә һәм уның ҡыҙының ғүмере өҙөлгән...

    

Ҡот осҡос фажиғәлә әсә һәм уның ҡыҙының ғүмере өҙөлгән...Ҡот осҡос фажиғәлә әсә һәм уның ҡыҙының ғүмере өҙөлгән...
Ҡот осҡос фажиғәлә әсә һәм уның ҡыҙының ғүмере өҙөлгән...

Нуриман районында ике кешенең ғүмере өҙөлгән. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, көндөҙ «Киа Рио» водителе Өфө—Иглин—Красная Горка—Павловка автомобиль юлында «ВАЗ-21213» машинаһы менән төкөшкән. Юл фажиғәһендә «Киа» водителе — 37 йәшлек ҡатын һәм уның 2016 йылғы ҡыҙы ваҡиға урынында һәләк булған. Ә «ВАЗ-21213»  автомобиле водителе һәм пассажиры дауаханаға оҙатылған.

Авария урынында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн Башҡортостан буйынса ЮХХДИ етәксеһе Владимир Севастьянов үҙе ваҡиға урынына юллана. Бынан тыш, БР прокуратураһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Нуриман районы прокуроры Денис Муховиков хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәр эшен координациялау өсөн бала һәләк булған юл-транспорт фажиғәһе урынына килгән. Авария факты буйынса тикшереү бара.

фото:ЮХХДИ.

Ҡот осҡос фажиғәлә әсә һәм уның ҡыҙының ғүмере өҙөлгән...
Ҡот осҡос фажиғәлә әсә һәм уның ҡыҙының ғүмере өҙөлгән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас