ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Ноябрь 2023, 09:20

Бер йәшлек сабый ваннала батып үлгән

-

Бер йәшлек сабый ваннала батып үлгәнБер йәшлек сабый ваннала батып үлгән
Бер йәшлек сабый ваннала батып үлгән

22 ноябрь кисендә Ишембайҙа йәшәгән ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған. «Башинформ» агентлығына үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, 24 йәшлек әсә бер йәшлек улын ваннала йыуындырған саҡта телефон шылтыраған. Ул һөйләшкән арала ҡарауһыҙ ҡалған сабый батып үлгән.

«Ванна бүлмәһенә ингән ҡатын балаһының тын алмағанын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Тик килеп еткән табиптар малайҙың үлемен генә теркәгән», — тине мәғлүмәт агентлығы әңгәмәсеһе.

Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-11-23/v-bashkirii-v-vannoy-utonul-godovalyy-malysh-3533726

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Ксения Калинина
Автор:
Читайте нас