ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Ноября 2023, 11:45

Ҡот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандар

Табиптар ике егеттең ғүмерен ҡотҡарған

Ҡот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандарҠот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандар
Ҡот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандар

Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһының баш табибы Валерий Трофимов «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге сәхифәһендә ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәтенең, табип-анестезиологтарҙың, травматология үҙәгенең медицина белгестәренең көйләнгән эше тураһында хәбәр итте. һөҙөмтәлә ҡот осҡос аварияла зыян күреүселәрҙең ғүмере ҡотҡарылған.

Авария Кропачево-Мәсәғүт-Әшет трассаһында була. Һауа шарттары тотороҡһоҙ булғанда «Приора» водителе ҡаршы юл һыҙатына сыға һәм «КамАЗ»ға төкөй. Еңел автомобилдән бер нәмә лә ҡалмаған тиерлек, ә ир-егеттәр мөғжизә менән иҫән ҡалған. Күп һанлы йәрәхәттәр менән улар Мәсәғүт дауаханаһының травматология үҙәгенә килтерелә.

Айырыуса „Приора"ның  пассажиры ныҡ зыян күрә. Табип-травматологтарҙың грамоталы эшмәкәрлеге арҡаһында егттең ғүмерен генә һаҡлап алып ҡалмай, ә улар ампутация хәүефе янаған ҡулын ҡотҡара. Хәҙер уның ғүмеренә хәүеф янамай, пациент дауалана, алда тағы бер нисә операция һәм реабилитация үтә. Юл-транспорт ваҡиғаһында зыян күргән водитель дауаланып, өйөнә ҡайтарылған», - тип һөйләне Валерий Трофимов.

Бынан алда хәбәр итеүебеҙсә, юл фажиғәһенән һуң 21 йәшлек водителде травматология бүлегенә урынлаштырғандар, унда табиптар янбаш һөйәге һыныуы, йомшаҡ туҡыма имгәнеүе, ябыҡ баш һөйәге-мейе йәрәхәте диагнозын ҡуйған. 31 йәшлек пассажирҙы реанимация бүлегенә ябыҡ баш һөйәге йәрәхәте, баш һөйәгенең һыныуы, уң ҡулының йәрәхәте менән оҙаталар. 

 

фото:ЮХХДИ

Ҡот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандар
Ҡот осҡос фажиғәлә мөғжизә менән иҫән ҡалғандар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас