ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Ноябрь 2023, 03:59

Башҡортостанда бер ир ҡатынын атып үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған

-

Башҡортостанда бер ир ҡатынын атып үлтергән һәм үҙенә ҡул һалғанБашҡортостанда бер ир ҡатынын атып үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған
Башҡортостанда бер ир ҡатынын атып үлтергән һәм үҙенә ҡул һалған

Тәтешле районында бер ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булған. «Башинформ»ға үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, 15 ноябрҙә 63 йәшлек ир 53 йәшлек ҡатынын атып үлтергән. Шунан ир ашығыс ярҙам саҡыртҡан һәм үҙ-үҙенә ҡул һалған.

Табиптар килеп етеүгә, ир менән ҡатын үлгән булған. Быға оло йәштәге ирҙең көнлөшеүе сәбәпсе булыуы ихтимал. Хәҙер хоҡуҡ һаҡлаусылар фажиғә сәбәптәрен асыҡлай. Мәғлүмәт агентлығы әлеге осраҡҡа аңлатма биреүҙе һорап Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Яуап алыу менән баҫтырып сығарырбыҙ. 

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-11-16/zhitel-bashkirii-zastrelil-zhenu-i-svel-schety-s-zhiznyu-3523524

Автор:Дарья Субботина.
Фото:Гөлфиә Акулова, архив
Автор:
Читайте нас