

Әбйәлил районы буйынса ЮХХДИ мәғлүмәтенә ярашлы, 2002 йылғы водитель эскән килеш һәм водитель таныҡлығы булмайынса ҡараңғы ваҡытта, ҡуйы томанда ВАЗ 21099 автомашинаһы менән идара итеп, ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ВАЗ 21124 машинаһы менән ҡапма-ҡаршы төкөшә. Унан һуң, ВАЗ 21099 машинаһына Лада Гранта автомобиле бәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә ВАЗ 21124 водителе һәм пассажиры төрлө тән йәрәхәттәре ала, 2003 йылғы пассажир ҡыҙ тиҙ ярҙам машинаһында вафат була. ВАЗ-21099 водителе үҙе лә йәрәхәтләнә.
Һуңғы көндәрҙә Хәйбулла районында ла ҡуйы томан. Автомобилселәр юлдарҙа һаҡ булығыҙ!
Фото: Әбйәлил районы буйынса ЮХХДИ.