

Көҙгө каникулдарҙы балалар түҙемһеҙләнеп көтә. Хәйбулла районының 11 мәктәбендә 15 йәшкә тиклемге балалар өсөн көндөҙгө лагерҙар эшләй башланы. Лагерҙарҙың һәр көнө билдәле бер тематикаға арналған һәм минуттар буйынса билдәләнгән. Балаларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн, вожатыйҙар төрлө күңел асыуҙар уйлап таба: уйындар, конкурстар, балалар үҙ һәләттәрен ярыштар. Һәр кем өсөн дәрестәр бар, унда балалар үҙҙәрен иң яҡшы яҡтан күрһәтә ала.