ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
30 Октябрь 2023, 08:26

17 йәшлек Руслан Хәсәновты август айынан эҙләйҙәр

   

17 йәшлек Руслан Хәсәновты август айынан эҙләйҙәр17 йәшлек Руслан Хәсәновты август айынан эҙләйҙәр
17 йәшлек Руслан Хәсәновты август айынан эҙләйҙәр

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалған 17 йәшлек Руслан Илнар улы Хәсәновты эҙләйҙәр. Бәлиғ булмаған егеттең эше менән Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығы шөғөлләнә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ул 7 августа йәшәгән еренән - Илеш районының Түбәнге Йәркәй ауылынан Өфөгә тип сығып киткән. Һуңғы тапҡыр уны 13 августа Өфөнөң Менделеев һәм Баҡалы урамдары киҫелешендә күргәндәр.

Билдәләре: 17-20 йәштәрҙә, буйы 165 сантиметр, ҡаҡса кәүҙәле, һорғолт сәсле, ҡуңыр күҙле.

Юғалған ваҡытта ҡара толстовка, асыҡ һоро футболка, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәге спорт салбары, ҡара йәйге кроссовка кейгән булған.

Уның ҡайҙалығын белгәндәрҙән 8 (347) 251-62-51 телефоны буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.  

Фото:Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас