ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Октябрь 2023, 08:06

Автобус менән трактор төкөшкән...

9 пассажиры булған автобус Сибайҙан Хәйбулла районына юлланған

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ Автобус менән трактор төкөшөүен видеокамера төшөргәнБашҡортостан буйынса ЮХХДИ Автобус менән трактор төкөшөүен видеокамера төшөргән
Автобус менән трактор төкөшөүен видеокамера төшөргәнФото:Башҡортостан буйынса ЮХХДИ

Баймаҡ районында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре алты кеше йәрәхәтләнгән юл фажиғәһе урынында эшләй.

Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, юл-транспорт ваҡиғаһы бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә Магнитогорск-Ира автомобиль юлының 128-се километрында теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «ГАЗель Некст» пассажир автобусы «Кировец» К-708 тракторы менән бәрелешкән. Автобус салонында 9 пассажир булған.

«ГАЗель» водителе һәм уның биш пассажиры, ҡатын-ҡыҙҙар, дауаханаға оҙатылған. Ҡалғандарын урында медицина хеҙмәткәрҙәре тикшерә.

Билдәле булыуынса, автобус Сибайҙан Хәйбулла районына эшселәрҙе предприятиеға, карьерға алып китеп барған. Әле урында ЮХХДИ инспекторҙары һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй. Юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлайҙар.

Автор:Дарья Субботина

Автобус менән трактор төкөшөүен видеокамера төшөргән
Автобус менән трактор төкөшөүен видеокамера төшөргән
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас