ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
24 Октябрь 2023, 15:59

Балалар ут менән шаярып...

   

Балалар ут менән шаярып...Балалар ут менән шаярып...
Балалар ут менән шаярып...

Ишембайҙа өйҙә үҙҙәре генә ҡалған балалар фатирҙа янғын сығарған. Фараз буйынса, улар ут менән уйнаған, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Икенсе ҡаттағы фатирҙың кухняһында ут тоҡаныуы билдәле. Саҡырыуға килгән янғын һүндереүселәр фатирға тәҙрә аша инә. Балалар иҫән һәм сәләмәт, зыян күреүселәр юҡ. Янғын һүндереүселәр күп фатирлы йорттан бөтәһе 7 өлкәнде һәм 3 баланы эвакуациялай. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе фатирҙа автономлы янғын тураһында хәбәр итеүсе урынлаштырылыуын асыҡлай, ул үҙ функцияһын үтәй. 

 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас