ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Октябрь 2023, 12:16

Күрше районда хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың мәйетен туңдырғыста тапҡандар

   

Күрше районда хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың мәйетен туңдырғыста тапҡандарКүрше районда хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың мәйетен туңдырғыста тапҡандар
Күрше районда хәбәрһеҙ юғалған ҡатындың мәйетен туңдырғыста тапҡандар

Ейәнсура районының Иҙәш ауылында ҡот осҡос енәйәт ҡылынған.

«Ейәнсура таңдары» хәбәр итеүенсә, июль айында бер ханым әсәһенең юғалыуы тураһында полицияға ғариза яҙған. Өләсәй менән бергә уның ейәне лә юғалған. Өйҙәге мөлкәт тә юҡ булған.

Өләсәйҙе бер нисә ай үткәс, уҙған ял көндәрендә генә тапҡандар. Уның мәйете туңдырғыста ятҡан.

Хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсене тотҡандар. Тикшереү бара.

«Башинформ» ошо хәлгә аңлатма биреүҙәрен һорап Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итте. Яуап алғас та, баҫтырып сығарырбыҙ.

 

Фото:Ксения Калинина
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас