ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Октябрь 2023, 14:31

Ике балыҡсыны үле килеш тапҡандар...

  

Ике балыҡсыны үле килеш тапҡандар...Ике балыҡсыны үле килеш тапҡандар...
Ике балыҡсыны үле килеш тапҡандар...

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, һуңғы ун көндә 1971 һәм 1972 йылғы ике ир кеше үле килеш табылған. Береһе — Краснокама районында Ағиҙел йылғаһында, икенсеһе Өфөлә балыҡ тотҡан. Бынан башҡа Учалы районында Учалы күле буйында шаһиттар 1960 йылғы ирҙе һыуға батыуҙан ҡотҡарған.

Ведомствола ни өсөн балыҡсылар менән ошондай бәхетһеҙ осраҡтар булыуына аңлатма бирҙеләр. Беренсенән, кәмәлә ҡотҡарыу саралары юҡ; икенсенән, балыҡсы иҫерек хәлдә булыуы мөмкин; өсөнсөнән, фажиғәгә йөҙөү сараһы менән дөрөҫ идара итмәү; дүртенсенән, кәмә боҙолоуы ихтимал; бишенсенән, балыҡ тотоу өсөн хәүефле һауа шарттары булған.

«Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, хәүефһеҙлек — һеҙҙең яуаплылығығыҙ!» — тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

Фото:Ксения Калинина (Башинформ)
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас