ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
13 Октябрь 2023, 06:03

Айыу ауыл уртаһында ҡатынға ташланған...

   

Бөгөн Ишембай районының Петровское ауылында фажиғәле хәл булған. Айыу көпә-көндөҙ ауылға килеп, уның үҙәгендә бер ҡатынға ташланған. Был турала ауыл кешеләре хәбәр итә.
Әле билдәле булыуыунса, ҡатын иҫән ҡалған, тик йәрәхәтләнгән.
"Ҡатын януарҙан ҡаса алған, әммә йәрәхәтләнгән. Уның ҡулы һынған һәм арҡаһы тырналған", тип хәбәр итә ауыл халҡы.
Быйыл айыуҙар ҡоторҙо. Улар кеше янына килеүҙән ҡурҡмай башланы. Ауылдар, хатта ҡалалар буйлап ҡурҡмай йөрөй башланы. Быға тиклем малды йығалар ине, был беренсе тапҡыр кешегә ташланыуы. Һаҡ булайыҡ!

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас