

Ишембай районының Петровское ауылында айыу һөжүме ҡорбаны Татьяна Могильникова инцидент тураһында урындағы телеканал хәбәрсеһенә һөйләне. Уның әйтеүенсә, һөжүм иртән ҡатын эшкә барғанда була. Инә айыу ҡатындың башына һәм ҡулына һуҡҡан.
Ауыр эҙемтәләрҙән зыян күреүсене газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ҡотҡара, улар видеокүҙәтеү камералары аша урам буйлап йүгереп йөрөгән айыуҙы һәм өс айыу балаһын күрә. Илнур Ғатауллин һөйләүенсә, һөжүм урынына машина менән килеп еткәс, ул коллегалары менән бергә ҡысҡыра, таш ташлай башлай, был урындағы паркта йәшеренгән йәнлекте ҡыуып ебәрергә мөмкинлек бирә.
Урынға килгән һунарсылар хәүефле хайуанды юҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул итә, ә өс айыу балаһы приютҡа алына.
Татьяна Могильникова Ишембай ҡалаһының дауаханаһына эләгә, уның хәле уртаса ауырлыҡ дәрәжәһе менән баһалана.