ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Октябрь 2023, 14:42

Шахтаға ҡолап, бер ир һәләк булған...

Тағы ике эшсе дауаханаға оҙатылған...

Шахтаға ҡолап, бер ир һәләк булған...Шахтаға ҡолап, бер ир һәләк булған...
Шахтаға ҡолап, бер ир һәләк булған...

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында шахта стволына ҡолаған эшсенең һәләк булыуы тураһында хәбәр килде. Ир 1200 метр тәрәнлеккә ҡолап төшөп, күп һанлы йәрәхәттәр ала, тип хәбәр иткәндәр предприятиенан «Башинформ» агентлығына.  

Һәләк булған ир 1981 йылғы, ул подрядсы ойошмаһында иретеп йәбештереүсе булып эшләгән. Комбинат етәкселеге һәләк булған кешенең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлаша.

Фажиғә бөгөн иртәнсәк «Скипо-Клетевая» шахтаһында булған, технологик конструкцияны һүткәндә шахтаның стволына өс эшсе ҡолап төшкән. Ике кеше күп һанлы йәрәхәттәр менән 440 метр тәрәнлектә табылған, улар дауаханаға оҙатылған. Өсөнсө эшсене тау ҡотҡарыусылары 1200 метр тәрәнлектә эҙләп тапҡан.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас