ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Октябрь 2023, 14:16

Әсәһенең машинаһын алып китеп...

Ҡот осҡос фажиғәлә 13 йәшлек ҡыҙ менән 19 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән...

Әсәһенең машинаһын алып китеп...Әсәһенең машинаһын алып китеп...
Әсәһенең машинаһын алып китеп...

Уҙған төндә Әлшәй районында авария булған, унда ике кеше һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡ - Раевка автомобиль юлының 70-се саҡрымында 16 йәшлек үҫмер "Hyundai Creta" кроссоверы руле артында юл ситенә төшөп китеп, түңкәрелә.

Фажиғә һөҙөмтәһендә 13 йәшлек ҡыҙ пассажир  алған йәрәхәттәренән урында уҡ йән биргән. Тағы ике пасажир - 19 йәшлек егеттәр дауаханаға оҙатылған. Бер аҙҙан уларҙың береһе реанимацияла вафат булған.

Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 16 йәшлек үҫмер әсәһенә хәбәр итмәйенсә машинаны алып китеп, унда дуҫтарын алып йөрөгән. 

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.  Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, тип хәбәр итә төбәк дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте.

 

фото:ЮХХДИ

 

Әсәһенең машинаһын алып китеп...
Әсәһенең машинаһын алып китеп...
Әсәһенең машинаһын алып китеп...
Әсәһенең машинаһын алып китеп...
Әсәһенең машинаһын алып китеп...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас