ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Октябрь 2023, 15:23

Ятаҡта ғауға ҡуптарған сит ил кешеһен ҡулға алғандар

   

Ятаҡта ғауға ҡуптарған сит ил кешеһен ҡулға алғандарЯтаҡта ғауға ҡуптарған сит ил кешеһен ҡулға алғандар
Ятаҡта ғауға ҡуптарған сит ил кешеһен ҡулға алғандар

Сит ил кешеһе кисә төндә Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университетының бер ятағында ғауға ҡуптарған. Ярым яланғас килеш ир бинаға инеп һәм йәштәр менән конфликтҡа инә. "Ҡыҙыу ҡунаҡты" өсәүләп кенә иҙәнгә йығып тынысландыра алалар.

Полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙе ҡулға ала. Ул 37 йәшлек сит ил кешеһе булып сыға. Асыҡланыуынсы, ул Рәсәйҙә легаль булмаған рәүештә була. Ғауға ҡуптарыусы үҙе әйтеүенсә, ул иҫерек булған һәм ни өсөн студент ятағына эләгеүен хәтерләмәй.

Әлеге ваҡытта уға ҡарата РФ Административ Хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 18.8-се статьяһы буйынса материал төҙөлгән (Рәсәйҙә булыу ҡағиҙәләрен боҙоу), ул судҡа ебәреләсәк, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас