

Уҙған тәүлектә республикала 8 кеше юғалған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, кисә Иглин районының Алатор ауылы янында 40 йәшлек ир бәшмәк йыйып йөрөгәндә аҙашҡан. Благовещен районының Щепное ауылында ир ҙә бәшмәк алырға киткән һәм кире ҡайтыу юлын тапмаған. Ошондай уҡ хәл Туймазы районында Казнаковка янында булған. Стәрлетамаҡ районының Бүреҡаҙған ауылында 86 йәшлек бәшмәксе урмандан сыға алмаған. Иглин районында 68 йәшлек бәшмәк йыйырға яратыусы аҙашҡан. Баш ҡалабыҙ Өфөләге баҡса ширҡәттәренең береһендә 74 йәшлек ир ҙә өйөнә юл таба алмаған.
Әбйәлил районындағы Сабаҡты күлендә резина кәмәлә ике ир балыҡ тотҡан, яр буйында уларҙы иптәше көткән. Балыҡсылар 3 сәғәт буйына бәйләнешкә сыҡмағас, уларҙың дуҫы борсолоп, ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт итә.
Бәхеткә күрә, һәр осраҡта ла граждандар табылған һәм медицина ярҙамына мохтаж булмаған.
Ошондай хәлдәргә тарымаҫ өсөн туристарға бер нисә кәңәш: аяҡ кейемегеҙ уңайлы, таймай торған табанлы, ныҡлы булһын; баш кейеме алырға онотмағыҙ; өҫтөгөҙгә сағыуыраҡ кейем һайлағыҙ – аҙашҡан осраҡта ҡотҡарыусыларға һеҙҙе эҙләп табыу еңелерәк буласаҡ.Тәбиғәткә юлланғанда үҙегеҙ менән компас, бысаҡ, бер аҙ эсәр һыу һәм ризыҡ алығыҙ. Әгәр даими рәүештә дарыу ҡулланһағыҙ, был хаҡта ла алдан хәстәрлек күрегеҙ. Ашығыс хеҙмәттәрҙең телефон һандарын кеҫә телефонығыҙға теркәп ҡуйығыҙ.
Әгәр ҙә аҙашһағыҙ, паникаға бирелмәгеҙ. Тирә-йүнде иғтибар менән тыңлағыҙ – тауыштар, машина шауы, эттәр өрөүе ишетелмәйме. Ниндәй ҙә булһа тауыш ишетһәгеҙ, шул яҡҡа табан барығыҙ. Атлаған ыңғайы билдәләр ҡалдырығыҙ: ботаҡтарҙы һындырырға, таштарҙан уҡ яһап китергә, ҡыуаҡтарға сепрәк бәйләргә мөмкин. Был тамғалар һеҙҙең үҙегеҙгә лә, ҡотҡарыусыларға ла ярҙам итәсәк.
Мөмкин булһа, ағас башына менеп, тирә-йүнде байҡағыҙ. Бейектән йорттар, берәй юл күренеүе ихтимал, ул саҡта хәрәкәт йүнәлеше дөрөҫ билдәләнәсәк.Әгәр ҡайһы яҡҡа барырға белмәһәгеҙ, шул урында ҡалығыҙ. Мөмкин тиклем нығыраҡ тауыш сығарырға тырышығыҙ. Мәҫәлән, таяҡ менән ағастарға һуғығыҙ, урманда шаңдау бик алыҫҡа тарала. Әгәр сығыу юлын таба алмаһағыҙ, ҡараңғы төшмәҫ элек йоҡлар урын хәстәрләгеҙ, ул ҡалҡыу, ҡоро ер йәки ҙур ағас булһын.
фото:Башинформ