ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Сентябрь 2023, 08:40

Ырҙында фажиғә теркәлгән

Ҡыҙғанысҡа күрә 52 йәшлек водитель һәләк булған...

Ырҙында фажиғә теркәлгәнЫрҙында фажиғә теркәлгән
Ырҙында фажиғә теркәлгән

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәт инспекцияһы Күгәрсен районының «Октябрь» ауыл хужалығы етештереү кооперативының 52 йәшлек хеҙмәткәре һәләк булған бәхетһеҙ осраҡты тикшереүҙе тамамланы.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, фажиғә 1 августа Воскресенское ауылы эргәһендәге ырҙында  «Камаз» кузовынан һолоны  бушатҡанда булған. Водитель машинаның бортын аса, әммә борт ҡапыл уның уң яурынына һуға. Һөҙөмтәлә ир соҡор рәүешендәге бункерға ҡолап төшә, уның өҫтөнә иген ҡойола. Коллегалары зыян күреүсене сығарырға маташа, әммә хеҙмәткәрҙе ҡотҡара алмағандар.

Суд-медицина экспертизаһы бюроһы һығымтаһына ярашлы, үлем трахеяла сит есем тыуҙырған асфиксия һөҙөмтәһендә була.

"Бәхетһеҙ осраҡҡа эш урындарын ойоштороуҙа боҙоуҙар һәм, атап әйткәндә, бункер-һаҡлағыс соҡорға төшөү мөмкинлеген булдырмаҫлыҡ ҡоймалар йәки рәшәткәләр менән йыһазландырылмаған, шулай уҡ хеҙмәтте һаҡлау буйынса хеҙмәткәрҙәр әҙерләүҙә лә етешһеҙлектәр килтергән. Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырылған", - тип хәбәр иттеләр төбәк дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан.

 

Фото:архив «Башинформа»
 
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас