

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Бөрө районында ҡот осҡос юл фажиғәһе сәбәптәрен асыҡлай.
Киске сәғәт һигеҙҙә Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 77-се саҡрымында өс автомобиль бәрелешкән. Авария мәле йөк машинаһының видеорегистраторына эләгә. Кадрҙарҙан күренеүенсә, 22 йәшлек "Лада Веста" водителе ҡаршы килгән ВАЗ-2114 менән бәрелешмәҫ өсөн юл ситенә сыға, шунан һуң ҡаршы килгән "Ман" йөк машинаһына төкөй. Һуңынан "Веста" шул уҡ һыҙат буйлап килгән "Киа Спортейдж" менән төкөшә. Һөҙөмтәлә "Веста" янып киткән.
Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә "Лада" водителе һәм пассажиры, 22 йәшлек егеттәр, ваҡиға урынында һәләк була. 53 йәшлек "Киа" водителе дауаханаға оҙатылған. Тикшереү башланған, уның барышында ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.