

Бөрйән районында Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.
26 сентябрҙә Ҡағы-Иҫке Собханғол - Ғәлиәкбәр автомобиль юлының 40-сы километрында 40 йәшлек водитель, "Урал" урман ташыусы машинаһы менән идара иткәндә юлдың ситенә төшөп китә һәм артабан түңкәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә йөк машинаһы водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе йән биргән. Асыҡланыуынса, ир 12 кубометр ҡайын ағасын ташыған. Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирелә.