ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
21 Сентябрь 2023, 03:48

10 йәшлек малай мөғжизә менән иҫән ҡалған

Янғын сыҡҡан мәлдә бала йоҡлап ятҡан булған

10 йәшлек малай мөғжизә менән иҫән ҡалған10 йәшлек малай мөғжизә менән иҫән ҡалған
10 йәшлек малай мөғжизә менән иҫән ҡалған

Кисә  Өфөнөң Калинин районы Олимпия урамында янғын сыҡҡан.

Республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күп фатирлы йорттоң бер фатирында 4 квадрат метр майҙанда кухня гарнитураһы янып зыян күргән.

Янғын сәбәбен тикшереү барышында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе был фатирҙа күп балалы ғаилә йәшәгәнлеген, янғын сыҡҡан мәлдә йортта 10 йәшлек баланың йоҡлап ятҡанын асыҡлай. Малай төтөн еҫен һиҙгәс, шул мәлдә янғын тураһында хәбәр итеүсе иҫкәрткестең көслө тауышын ишетә. Ул янғын башланғанын аңлай, әйберҙәрен ала һәм фатирҙан сығып ҡаса.

Янғын һүндереүселәр ут таралыуына юл ҡуймайынса, 4 квадрат метр майҙанда янғынды тиҙ һүндерә алған. Бер кем дә зыян күрмәгән.

 

фото:Республика буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

10 йәшлек малай мөғжизә менән иҫән ҡалған
10 йәшлек малай мөғжизә менән иҫән ҡалған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас