ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Сентябрь 2023, 08:28

Тағы бер һыйырҙы айыу талаған

Хужаһы таңғы сәғәт 7-лә һыйырын көтөүгә сығарып ебәргән...

Тағы бер һыйырҙы айыу талағанТағы бер һыйырҙы айыу талаған
Тағы бер һыйырҙы айыу талаған

Тегендә айыу осраны, бында айыу күргәндәр, тигән хәбәрҙәр менән хәҙер бер кемде лә ғәжәпләндереп булмай, сөнки быйыл был януарҙар ысынлап күбәйҙе. Ялан, урмандар ғына түгел, ауылдарға, хатта баш ҡала урамдарына ла килергә аптырамай башланы тайыштабандар.

Тик бына һуңғы көндәрҙә шомло хәбәрҙәр ҙә тарала башланы: айыу мал йыҡҡан. Уҙған аҙнала ошондай хәл Мәләүез районында булғайны. Унда ҡыйыу ир һыйырға ташланған айыуҙы һөрәнләп ҡысҡырып, ҡыуып ебәрә алды һәм? яралы булһа ла, малҡай иҫән ҡалғайны. Әле иһә ошоноң ише хәбәр Ишембай районының Маҡар ауылынан килде.

Маҡарҙан йыраҡ түгел урында һыйырҙы айыу йыҡҡан. Яралы малҡай күрһәтелгән видеояҙма социаль селтәрҙә таралды. Автор һөйләүенсә, хужаһы таңғы сәғәт 7-лә һыйырын көтөүгә сығарып ебәргән. Шул уҡ ваҡытта тиерлек урмандан айыу сыҡҡан һәм малдарға ташланған. Асыҡланыуынса, һыйырҙың умыртҡа һөйәге һынған.

Урмандарға барһаҡ, һаҡ булайыҡ, дуҫтар!

Фото: видеонан скриншот. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас