ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Сентябрь 2023, 08:32

Бер юлы өс машина бәрелешкән

Еңел автомобилдән тимер өйөмө генә тороп ҡалған...

Бер юлы өс машина бәрелешкәнБер юлы өс машина бәрелешкән
Бер юлы өс машина бәрелешкән

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Өфө районында авария урынында эшләй. Республика дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртәнге сәғәт унынсыла М-5 «Урал» автомобиль юлының 1462-се саҡрымында өс машина — ике ҙур йөк һәм еңел машиналары төкөшкән.

Үкенескә күрә, аварияла 31 йәшлек еңел автомобилдең водителе, салонда ҡыҫылып ҡалып, ваҡиға урынында вафат була.

Әле аварияның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй.

фото:ЮХХДИ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас