ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Сентябрь 2023, 02:55

Их, йәштәр әрәм булды...

  

Их, йәштәр әрәм булды...Их, йәштәр әрәм булды...
Их, йәштәр әрәм булды...

Бөрө районында юл фажиғәһендә ике кеше һәләк булған, тип хәбәр итәләр Башҡортостан ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәтенән.

Киске сәғәт 8 тирәһендә Өфө-Яңауыл автомобиль юлының 79-сы саҡрымында "Кiа Riо" һәм уға ҡаршы килгән "Nissan X-Trail"  төкөшкән. Автомобиль аварияһы һөҙөмтәһендә Яңауыл ҡалаһында йәшәүсе 18 йәшлек "Kia" пассажир ҡыҙ ваҡиға урынында алған йәрәхәттәрҙән йән биргән. Медицина ярҙамы "Кiа" водителенә һәм "Nissan" пассажирына кәрәк була. Ҡыҙғанысҡа күрә, һуңыраҡ Балтас районынан булған 22 йәшлек "Kia" водителенең дауаханала вафат булыуы билдәле була.

Полиция хеҙмәткәрҙәре фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлай. 

фото:ЮХХДИ.

Их, йәштәр әрәм булды...
Их, йәштәр әрәм булды...
Их, йәштәр әрәм булды...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас