ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
11 Сентябрь 2023, 02:44

Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...

  

Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...
Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...

Баймаҡ районында Сибай - Баймаҡ автомобиль юлында "Lada Granta" һәм "Daewoo Matiz" автомобилдәре төкөшкән. Артабан "Daewoo Matiz" автомобиле кюветҡа төшә һәм түңкәрелә. Бының тураһында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буйынса дәүләт комитеты хәбәр итә.

Һөҙөмтәлә машинаның водителе салонда ҡыҫылып ҡала. Саҡырыу буйынса ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар водителде сығарып, уны ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәренә тапшыра.

Хөрмәтле водителдәр! Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

фото:Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы буйынса дәүләт комитеты

Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...
Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...
Баймаҡ-Сибай юлында ике машина төкөшкән...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас