

Кисә, 7 сентябрҙә, Ферин урамындағы ятаҡ янында 35 йәшлек ҡатындың мәйете табылған. «Башинформ»дың хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы сығанағынан билдәле булыуынса,ул бейеклектән ҡолаған. Әле фажиғә сәбәптәре асыҡлана, урында полиция хеҙмәткәрҙәре һәм криминалистар эшләй. Шулай уҡ үҙ теләге менән яҡты донъянан китеү версияһы ҡарала. Сөнки ҡатын яңғыҙы йәшәгән, фажиғә ваҡытында ишек эстән бикле булған.
Йәш сикләүе 18+
Сығанаҡ:Башинформ