ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
8 Сентябрь 2023, 02:57

Уҡыусы 7 йәшлек ҡыҙҙы янғындан ҡотҡарған

    

Уҡыусы 7 йәшлек ҡыҙҙы янғындан ҡотҡарғанУҡыусы 7 йәшлек ҡыҙҙы янғындан ҡотҡарған
Уҡыусы 7 йәшлек ҡыҙҙы янғындан ҡотҡарған

Өфөнән 11-се класс уҡыусыһы Егор Стринадко 7 йәшлек ҡыҙҙы янғындан ҡотҡарған.

Ҡаланың Орджоникидзе районы башлығы Альберт Маликовтан билдәле булыуынса, 6 сентябрҙә Ленин урамында Егор бер ҡыҙыҡайҙың ярҙам һорап ҡысҡырғанын ишетеп ҡалған. Бала өйҙә яңғыҙы булған, фатир эсенә төтөн тула башлағас, балконға йүгереп сыҡҡан. Ошо хәлдең шаһиттары янғын һүндереүселәрҙе саҡырып өлгөргән. Әммә уҡыусы юл аша ғына эшләп йөрөгән эшселәрҙән ярҙам һораған. Уларҙың береһе автовышка менән бишенсе ҡатҡа тиклем күтәрелгән һәм эстән ишекте асырға ярҙам иткән, ә Егор ҡыҙыҡайҙы тышҡа алып сыҡҡан.

Ҡыйыу уҡыусы Черниковка биҫтәһенең 82-се гимназияһында уҡый.

 
 
Фото:Альберт Маликовтың социаль селтәрҙәре
 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас