

Белорет районының Яланғас тауында юғалған туристы эҙләү тамамланды. Ирҙе Ялангас тауына иҫке юл янында үле килеш табалар. Хоҡуҡ һаҡлау органдары ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай, тип хәбәр иттеләр республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
Башҡортостандан 43 йәшлек ир Рус география йәмғиәтенең «Урал барыҫы» проектында ҡатнашҡан. Ул тауға менеп, билдәләнгән ваҡытта өйөнә әйләнеп ҡайтмай. Уның ҡатыны ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итә. Оҙаҡ эҙләнеүҙәрҙән һуң уның «Малиновая» туристик базаһындағы автомобиле табыла. Бөгөн Белорет районына янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты эҙләүҙә ҡатнашты. Эҙләнеүҙәрҙе республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, ирекмәндәр һәм кинологтар алып барҙы.
фото:республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте