ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
3 Сентября 2023, 13:54

Ут хатаны ғәфү итмәй...

Бөгөн 3 йәшлек сабый мунсала һәләк булған...

Ут хатаны ғәфү итмәй...Ут хатаны ғәфү итмәй...
Ут хатаны ғәфү итмәй...

Башҡортостанда янған мунсала өс йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар, тип хәбәр иттеләр Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ҡотҡарыусылар һөйләүенсә, янғын бөгөн республиканың Саҡмағош районы Яңы Балтас ауылында сыҡҡан.

"Янғын һөҙөмтәһендә кирбес мунса, гараж һәм бүрәнә һарай зыян күрә.
 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мунсала янғын һүндереү барышында 2020 йылда тыуған баланың кәүҙәһе табыла. Янғын локалләштерелгән. Асыҡ яныу бөтөрөлдө", - тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығында.

Янғындың сәбәбе әле асыҡлана, ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм, Һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дознавателе эшләй.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан прокуратураһы был янғын факты буйынса тикшереү ойошторҙо.

"Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Бөгөн иртәнге сәғәт 14:30 Тирәһендә Яңы Балтас ауылында ике бәләкәй бала - 3 һәм 5 йәшлек сабыйҙар өлкәндәрҙең ҡарауһыҙ йөрөгәндә портатив газ горелкаһы менән уйнаған. Һөҙөмтәлә бесән янып киткән, ут йорт яны ҡаралтыларына күскән. 3 йәшлек ҡыҙыҡай мунсаға йәшенгән булған. Янғынды һүндергәндә 2020 йылда тыуған ҡыҙҙың кәүҙәһе табылған, — тип һөйләнеләр төбәк прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә. - Хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшмәкәрлеген координациялау өсөн ваҡиға урынына Саҡмағош районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Виталий Уваров юлланды».

фото: Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы

Ут хатаны ғәфү итмәй...
Ут хатаны ғәфү итмәй...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас