ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
31 Август 2023, 03:23

Ике еңел автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә ҡатын-ҡыҙ һәләк булған

    

Ике еңел автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә ҡатын-ҡыҙ һәләк булғанИке еңел автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә ҡатын-ҡыҙ һәләк булған
Ике еңел автомобиль ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә ҡатын-ҡыҙ һәләк булған

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы Белорет районында теркәлгән үлемелсе юл-транспорт фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай.

«Башинформ» агентлығына ведомствоның телеграм-каналынан билдәле булыуынса, бөгөн иртәнге сәғәт 11 тирәһендә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлының 147-се саҡрымында Citroën һәм «Лада Гранта» автомобилдәре бәрелешкән. Илебеҙ автомобиле пассажиры вафат булған, икенсе пассажир, шулай уҡ водитель дауаханаға оҙатылған.

Ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм башҡа экстрен хеҙмәттәр эшләй.

Фото:Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһының телеграм-каналы.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас