ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Август 2023, 16:25

СВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарған

   

СВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарғанСВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарған
СВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарған

Башҡортостанға махсус операциянан ялға ҡайтҡан яугир инвалид күршеһен үлемдән ҡотҡарған. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын Башҡортостан буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 21 йәшлек Илдәрис отпускыһы ваҡытында Балтас районында йәшәүсе ата-әсәһе янына ҡайтҡан. Һалдаттың атаһы мунса тоҡандырырға сыҡҡан һәм күршеләрендәге янғынды күреп ярҙамға саҡырырға тотонған. 

Илдәрис янған йортҡа йүгереп барған һәм гараждан балта алып, өй тәҙрәһен ярған. Ҡуйы төтөн араһында ул иҙәндә ыңғырашып ятҡан күршеһен табып алған. Батыр һалдат ирҙе емерек тәҙрә аша сығарып алған. 

Асыҡланыуынса, инвалид күршеһе янып киткән йорт эсенән сыға алмай ятҡан.

Илдәрис ирҙе уттан ситкәрәк алып барып һалған. Һанаулы минуттар эсендә янғын бөтә йортто ялмап алған. Ваҡиға урынына килгән табиптар зыян күреүсегә ярҙам күрһәткән. 

Сығанаҡ:Башинформ.

СВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарған
СВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарған
СВО-ла ҡатнашыусы яугир ялға ҡайтҡанда күршеһен ҡотҡарған
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас