ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2023, 15:29

Күрше райондан 57 йәшлек ирҙе бер айҙан ашыу эҙләйҙәр...

  

Күрше райондан 57 йәшлек ирҙе бер айҙан ашыу эҙләйҙәр...Күрше райондан 57 йәшлек ирҙе бер айҙан ашыу эҙләйҙәр...
Күрше райондан 57 йәшлек ирҙе бер айҙан ашыу эҙләйҙәр...

Башҡортостанда Йылайыр районының Мәҡсүт ауылынан 57 йәшлек Хәсән Исҡужин хәбәрһеҙ юғалған, тип хәбәр итә «Лиза Алерт РБ». Ирҙең ҡайҙалығы тураһында 20 июлдән бер нәмә лә билдәле түгел.

Юғалған кешенең билдәләре: ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле һәм ябыҡ кәүҙәле.

Ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә булғандарҙың барыһына ла 8 (800) 700-54-52 телефонына йәки 112-се ҡотҡарыу номерына шылтыратыуҙы һорайҙар.

 

фото:Лиза Алерт РБ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас