ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
23 Август 2023, 14:47

Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булған

Атай һәм уның улы гаражға барған, әммә ҡыҙғанысҡа күрә унан үҙ аллы сыға алмайҙар...

Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булғанБөгөн ҡот осҡос фажиғә булған
Бөгөн ҡот осҡос фажиғә булған

Бөгөн, 23 августа, Белоретта ҡот осҡос фажиғә булған. Атай менән уның улы ҡаланың Тюленин урамындағы гаражға бара һәм уның баҙына төшкән, әммә унан үҙаллы сыға алмайҙар. Шаһиттар ашығыс хеҙмәттәргә мөрәжәғәт иткән.

Ғәҙәттән тыш хәл урынына ҡотҡарыусылар шунда уҡ юлланған. Улар килгәнгә тиклем шаһиттар 65 йәшлек ирҙе баҙҙан үҙ көстәре менән сығара алған. Уның 39 йәшлек улын альпинист ҡорамалдары ярҙамында ҡотҡарыусылар күтәргән. Ашығыс ярҙам хеҙмәткәрҙәре зыян күреүселәрҙе реанимациялауға тырыша, әммә ир-егеттәр һәләк була. Алдан хәбәр итеүҙәренсә, улар углекислый газ менән ағыуланған, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.

"Баҙға төшөү алдынан, тәрән урында тын алыу өсөн яраҡлы һауа етерлекме, юҡмы икәнен тикшерергә кәрәк. Баҙға төшкәс, страховкаланырға кәрәк: бер осо менән бау бәйләгеҙ, икенсеһен өҫтә страховкалаусыға ҡалдырығыҙ. Кәрәк булғанда сигнал бирергә мөмкин һәм ул зыян күреүсегә ярҙам күрһәтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әгәр яҡындарығыҙ йәки күршеләрегеҙ менән бәлә килеп сыҡһа, үҙ именлегегеҙҙе ҡайғыртмайынса ярҙамға ташланырға кәрәкмәй. Түбәнгә төшөү алдынан арҡан менән бәйләргә кәрәк, ә өҫтән кемдер мотлаҡ страховкаларға тейеш", - тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас