ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Август 2023, 03:52

Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғә...

Машиналарҙан тимер өйөмө генә тороп ҡалған...

Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғә...Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғә...
Хәйбулла районында ҡот осҡос фажиғә...

Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 15 августа кисен Юлдыбай-Аҡъяр-Һары автомобиль юлының 48-се саҡрымында 33 йәшлек егет «ВАЗ-2107» менән идара иткәндә ҡаршыға килгән «Лада Калина»ға бәрелгән, тип фараз ителә.

Ике водитель тә юл-транспорт ваҡиғаһында йәрәхәттәрҙән вафат булған. «Калина»ның өс пассажиры, шул иҫәптән бер йәшлек бала дауаханаға оҙатылған. «ВАЗ»дан 60 йәшлек пассажир зыян күргән.

«Ваҡиға урынында хоҡуҡ һаҡлау органдарының һәм махсус хеҙмәттәрҙең эшен Хәйбулла районы прокуроры вазифаһын башҡарыусы Заһир Ғәниев координацияланы. Күҙәтеү ведомствоһы барлыҡ шарттарҙы билдәләүҙе һәм процессуаль ҡарар ҡабул итеүҙе контролгә алды», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә.

Юл-транспорт ваҡиғаһы факты буйынса тикшереү бара. Бер нисә экспертиза үткәреү тәғәйенләнгән.

Видео:ЮХХДИ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас